Илеш районында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған Андреевка ауылы моделле китапханаһында Бөтә донъя радиотапшырыуҙар көнөнә арналған “Радиожурналистика” мәғлүмәт сәғәте үтте. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, сара “Нәшриәт эше һәм журналистика” йүнәлеше буйынса “Урын генийы” проекты сиктәрендә ойошторолдо. Мәғлүмәт сәғәтендә балалар боронғо кешеләрҙең мәғлүмәтте ниндәй ғәҙәти булмаған ысулдар менән ҙур араларға тапшырғаны тураһында белде. Радио, радиотулҡындар, антенналар, радиокондуктор, радиоалғыстар ижад иткән билдәле ғалимдарҙың биографиялары яңғыраны. Китапханасылар Радио яратыусылар көнөн нисек билдәләүҙәре һәм был көндө ниндәй кешеләрҙе ҡотларға кәрәклеге хаҡында ла һөйләне. Артабан уҡыусылар радио һәүәҫкәрҙәр тураһында видео ҡараны, унда өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа радио темаһы менән ҡыҙыҡһына. Сара һуңында үҫмерҙәр үҙҙәре радиоалғыс көйләп ҡараны. “Радио тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ. Өйҙә ғаиләбеҙ менән радионы йыш ҡулланабыҙ, донъя хәлдәре хаҡында беләбеҙ”,- тине Андреевка ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Луиза Хәмиҙуллина. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәҙәниәт министрлығы.