Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугир етемдәргә байрам бүләк иткән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир етемдәргә байрам ойошторған. Был тулҡынландырғыс хәл Бәләбәйҙә булған. Урындағы балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ошо учреждениела үҫкән, хәҙер инде контракт буйынса хеҙмәт иткән Радмир исемле егеткә хат яҙған. Малайҙар һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең йәшәү шарттары, шөғөлдәре тураһында бәйән иткән, һалдатҡа иң изге теләктәрен еткергән. Хаттарҙы уҡып, күңеле тулған Радмирҙың балаларға изгелек ҡылыу теләге уянған. Яҡташыбыҙ Ураҙа байрамында балалар өсөн татлы байрам ойошторған – «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр хәрәкәтендәге дуҫтарына аҡса күсергән, ә улар бәлештәр һәм туңдырма һатып алып балаларҙы һыйлаған. Әйткәндәй, Радмир үҙе лә дүрт йәшенән балалар йортонда тәрбиәләнгән. Ул баҫалҡы, оялсан һәм эшһөйәр, ярҙамсыл малай булып үҫкән. Урындағы училищела, һуңынан педагогия колледжында уҡыған. Үҙенең тәрбиәсеһе Рита Дәүләтшина менән һаман бәйләнешен өҙмәй. Радмир йыл һайын уға 8 Март һәм Әсә көнө уңайынан сәскәләр бүләк итә. Бына шундай изге күңелле, мәрхәмәтле яугир илебеҙҙе һаҡлай. Афарин, Радмир! Фото һәм сығанаҡ: "Башҡортостаным. Яңылыҡтар" төркөмөнән.