Олоғая килгән һайын кешеләр быуындар, айырыуса аяҡ, тубыҡ һыҙлауына зарлана башлай. Шунан китә табиптар буйлап йөрөүҙәр, дауаланыу. Шул уҡ ваҡытта кешеләр традицион булмаған медицинаға ла иғтибар итә. Бер танышым быуындары һыҙлау менән интегә башлағас, уға... фольга менән дауаланып ҡарарға тәҡдим иткәндәр. Ошо ысул тураһында интернетта эҙләп ҡарағас, уның ысынлап та булыуын һәм күптәргә ярҙам итеүен күрергә була. Алюмин фольгаһы – үҙенсәлекле материал. Ысынлап та, уның менән дауаланып була икән. Был алымды боронғо Ҡытайҙа файҙаланғандар, уны ауырыу ағзаларҙың эше өсөн яуаплы биологик әүҙем нөктәләргә һалғандар. Барыһы ла фольганың сағылдырыу ярҙамында дауалаусы үҙенсәлектәренә бәйле. Быуындарҙы фольга менән дауалау – иң арзан һәм ябай алымдыр, моғайын. Был дауа ысулын табип-психотерапевт Вильгелм Рейх уйлап тапҡан. Уның яҙыуынса, фольга менән тымау тейеү, радикулит, муйын остеохондрозы һәм хатта подаграны дауалап була. Ул шулай уҡ ауыртыуҙы, елһенеү билдәләрен юҡ итә. Ауыртҡан урынға һ