Алдағы май байрамдарында Башҡортостанда йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә, ғәҙәттәгесә күрһәтеләсәк. Поликлиникаларға килгәндә, 1 – 9 майҙа байрам көнө графигы буйынса 8 – 17 сәғәттә эшләйәсәктәр. Өйҙәргә саҡырыуҙар 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. 2, 3, 4, 5 май — эш көндәре. 6, 8 майҙа поликлиникалар пациенттарҙы шәмбе графигы буйынса 08.00 - 17.00 сәғәттә, саҡырыу буйынса, шул иҫәптән ашығыстары ла, 16 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Дырыуханалар һәм дарыухана пункттары 29-30 апрелдә, 6-7 майҙа ял көнө графигы буйынса эшләйәсәк. Үҙәк район дауаханалары 1, 7, 8, 9 майҙа – шәмбе графигы буйынса. Фото: d-kvadrat.ru