Апрелдә «Башплодородие» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре процестар фабрикаһында 9 газ көйләүсе пульт етештерә. Компания «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаша (Национальный проект «Производительность труда»). Химик продукттар — минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау продукттары етештергән ойошма күптән түгел агрохимик эштәр башҡара башлай, шулай уҡ химик матдәләрҙе дөрөҫ һаҡлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Уҡытыу барышы тураһында Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенцияһы үҙәге етәксеһе Виктор Романец һөйләне. — Процестар фабрикаһы — уҡытыу-етештереү платформаһы, унда реаль етештереү процесында ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү ҡоралдарын ҡулланыу тәжрибәһе туплай, шулай уҡ камиллаштырыуҙарҙың етештереүҙең эксплуатация-иҡтисади күрһәткестәренә нисек йоғонто яһауын өйрәнә. Йыл аҙағына тиклем был майҙансыҡта кәмендә 19 команда әҙерләнәсәк, — тине Виктор Романец. Уҡытыу “Венио-С” газ баҫымын көйләүсе идара итеү панеленең» йыйыу процестар