27 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов май байрамдарын – Яҙ һәм Хеҙмәт көнө, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығы, шулай уҡ Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х юбилей форумын үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ултырышта яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ видеобәйләнеш режимында ҡала округтары һәм муниципаль райондар хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Кәңәшмәлә ике мәсьәлә тикшерелде. Тәүгеһе май байрамдарын үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә бәйле булһа, икенсеһе быйыл 26-28 июндә Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең Х Форумы менән бәйле булды. Ирек Сәғитов тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған байрам саралары уҙасағын иҫкә төшөрҙө. Унда 130 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Бер нисә тораҡ пунктта уҡыусыларҙы, курсанттарҙы һәм башҡа патриотик тәрбиә биреү ойошмаларын йәлеп итеп тантаналы марштар үткәреү планлаштырыла. – РФ Ҡораллы көстәренең Украина территорияһ