Башҡортостанда һәм Татарстанда популярлыҡ яулаған йәш йырсы Гөлназ Асаева үҙенең шәхси тормошо хаҡында әленән-әле социаль селтәрҙәге дуҫтарының һорауҙарына яуап бирергә ярата. Сираттағы "һорау-яуап" ваҡытында йырсы үҙенең йәнә әсәй буласағы тураһында белдергән. Был хаҡта "Интертат" медиаметриксы хәбәр итә. "Ҡасан икенсегә бәпәй алып ҡайтаһығыҙ?" – тигән һорауға ул, әллә ысын, әллә шаяртып: "Туғыҙ айҙан", – тип яуап ҡайтарған. "Тағы 10 йылдан үҙегеҙҙе нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?"– тигән һорауға ла ул: "Үҙ исемен булдырған артист, ҡәҙерле ҡатын һәм ике балабыҙҙың яратҡан әсәһе итеп күҙ алдына килтерәм. Ул ваҡытҡа ирем дә әҙерәк ҡартайыр һәм минең энем түгел, ә ирем кеүек күренә башлар тип өмөтләнәм" тип яҙып ҡуйған. Гөлназ ҡыҙы Динәгә бала ҡараусы эҙләүе хаҡында ла әйткән. Ижади Шәмсетдиновтарҙың ғаиләһен ҡотларға буламы икән... Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".