Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау буйынса ведомство-ара комиссияның беренсе ултырышы үтте. Ултырыш эшендә республиканың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре һәм урынбаҫарҙары, Хәрби комиссариат, Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәләре, Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү үҙәге вәкилдәре, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. Сығыш башында Лира Иғтисамова республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен яҡлау буйынса ведомство-ара комиссия төҙөлөүе тураһында белдерҙе. Уға ярашлы Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған. – Хәҙерге ваҡытта “Социаль координатор” вазифаһына шәхси-профессиональ һәм идара итеү ресурстарын баһалау буйынса тест үткән кандидатуралар һайланған. Уның һөҙөмтәһе буйынса социаль координаторҙар билдәләнәсәк һәм уҡытырға ебәреләсәк, – тине Лира Иғтисамова. “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау дәүләт фонды филиалын асыуға республикала айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Коммерцияға ҡарамаған “Башҡортостан” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау республика үҙәге” булдырылды. Ултырыш һөҙөмтәһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы яҡлау дәүләт фонды филиалына белгестәр вазифаһына кандидатуралар билдәләү, хәрби хәрәкәт ветерандары тураһында мәғлүмәттәр туплау, социаль координаторҙарҙы урынлаштырыу бурыстары йөкмәтелде. Олег Яровиков фотоһы.