Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Химиктар аллеяһы барлыҡҡа килде

Үҙенсәлекле аллея ҡала өсөн ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки Стәрлетамаҡ химия сәнәғәте буйынса алға киткән ҡала булараҡ “химиктар ҡалаһы” тип билдәле. Бында донъя кимәлендә продукция етештергән Башҡорт сода компанияһы эшмәкәрлеге генә үҙе ни тора! Әйткәндәй, үҫентеләр менән нәҡ ошо компания тәьмин иткән. Ғөмүмән, бында Октябрь проспекты буйлап 100 тирәк ултыртылған. – Ҡаланың предприятие директорҙары советы, ирекмәндәр, әлеге биҫтәлә йәшәүселәр менән бер сәғәт эсендә дәррәү ултыртып та ҡуйҙыҡ, – тип хәбәр итте экологик өмә хаҡында Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов. Өмә булғас, йыр-моң да ағылып торҙо был көндө, ағас ултыртыусыларҙы тәмлекәстәр һәм сәй менән һыйлап та алдылар. Сергей Крамсков фотолары.