Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мәскәүҙе лә алды ул!

Кисә билдәле яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индира менән Мәскәүҙә булды. Унда барыуының матур ғына сәбәбе лә бар ине – абруйлы “PERSONO года 2023” премияһын тапшырыу сараһында ҡатнашты. Был премия илебеҙҙең баш ҡалаһында йыл һайын үтеп тора. Унда эшҡыуарҙар, шоу-бизнес йондоҙҙары, рестораторҙар, табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре ҡатнаша. Премия Бөтә донъя интеллектуаль милек көнөнә бағышланған. Унда йәмғиәт, инновация технологиялары, мәҙәниәт, иҡтисад үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе хеҙмәттәре һәм һөнәри ҡаҙаныштары өсөн бүләкләйҙәр. Беҙҙең Рөстәм иһә премияның “Иң мотивациялы блог” номинацияһында еңде. Был уның донъялағы иң бейек тауҙарға тик ике ҡулында меңгәне һәм уны үҙенең блогында күрһәткәне өсөн бирелгән. Яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Фото: социаль селтәрҙән.