Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостанда... киндер үҫтерәләр

Бүздәк районындағы Шафоат Хәбибрахманова етәкселегендәге крәҫтиән (фермер) хужалығы йәшелсәселек менән бик уңышлы шөғөлләнә һәм үҙенең тауары менән бөтә республикаға билдәле. Әммә әүҙем хужабикә тағы ла яңы үрҙәргә ынтыла. Хужалыҡтағы яңылыҡтар тураһында ул Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа һөйләне. Кисә Илшат Фәзрахманов Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Дәүләкән, Бүздәк райондарындағы сәсеү эштәре менән танышты. Бына инде икенсе йыл хужалыҡ баҫыуҙарында беҙҙең һауа шарттары өсөн ятыраҡ булған культура – сәнәғәт киндере сәсәләр. Европала был йүнәлеш күптән киң таралған. Беҙҙең һауа шарттарында киндер менән эш итеүе ауырыраҡ, әммә уның сифаты сит илдекенә ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк. - Киндерҙең орлоғонан спортсылар өсөн протеинлы аҙыҡ етештерәләр, киндер майы косметикала киң ҡулланыла. Ә һабағынан туҡыма һуғалар. Әле хужалыҡта киндерҙең майҙанын ике тапҡырға арттырҙыҡ. Былтыр 300 гектар самаһы сәсһәк, быйыл 600 гектар майҙанды биләй. Рәсәй кимәлендә былтыр ни бары 1500 гектар майҙанда был культура сәселһә, шуның 300-ө Бүздәктә ине. Шуныһы ҡыуандыра – беҙҙең киндерҙең һабағынан эшләнгән сүстәрҙең сифаты юғары баһаланды. Уны артабан туҡымаға ебәрергә була. Бынан тыш, киндерҙең һабағы - экологик яҡтан таҙа булған йылытыу ҡулайламаһы ла. Йорттар төҙөүҙә уны ҡулланырға була. Әле был культура менән эш итергә өйрәнәбеҙ, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Шафоат Хәбибрахманова. Киләсәктә хужалыҡ етәксеһе был йүнәлеште киңерәк йәйелдермәксе. Уның хужалығында әлегә шәкәр сөгөлдөрө сәсеү менән шөғөлләнәләр. Быйыл тәжрибә булараҡ шәкәр сөгөлдөрөнә һыу һибеү ҡоролмалары ҡуйылған. Уңыштың сифаты һәм күләменә ҡарап, бындай ҡоролмаларҙы артабан ҡулланыу мәсьәләһе ҡараласаҡ. Автор фотолары.