26 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Дәүләт Думаһы моделе” фәнни-ғәмәли эшлекле уйынына йомғаҡ яһалды. Йола буйынса, конкурс 27 апрелдә билдәләнгән Рәсәй парламентаризмы көнөнә ҡарата ойошторола. Конкурстың маҡсаты – әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу, дискуссия ярыштары уҙғарыу ярҙамында ҡатнашыусыларҙа ораторлыҡ, эшлекле һәм ижади оҫталыҡты үҫтереү. Бәйгеселәрҙе компетентлы жюри баһаланы: Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина; БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов; ӨФһТУ-ның Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе советы ағзаһы Надежда Крылова. Конкурста Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы һәм РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенттары ҡатнашты. У