Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 12.1-се статьяһына үҙгәреш индереү тәҡдиме менән депутаттар алдында республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев сығыш яһаны. “Әгәр ҙә быға саҡлы юл буйы сервисы объекттарын төҙөү маҡсаты ҡуйған инвестиция проекттары 15 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тотһа, хәҙер уларҙа 10-ар ғына эш урыны асыу ҙа талаптарға тура килә”, – тине министр. Был закон проекты юл буйы сервистары төҙөү инвесторҙар өсөн отошлораҡ булһын, хеҙмәтләндереү кимәле яҡшырһын, инвестициялар йәлеп итеү артһын өсөн тәҡдим ителә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.