Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә арналған турнир үтте

Легендар диктор, сығышы менән Учалы районынан булған Әхәт Мортазин иҫтәлегенә республикабыҙҙың киң мәғлүмәт саралары араһында волейбол турниры ойоштороу традицияға әйләнде. Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән спорт бәйгеһе Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының спорт залында уҙғарылды. Йәмғеһе дүрт коллектив ҡатнашты: "Башҡортостан Республикаһы "Нәшриәт йорто" дәүләт унитар предприятиеһы, Башҡортостан юлдаш телеканалы, "Юлдаш" радиоһы һәм "Йондоҙло" командалары. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" республика гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов белдереүенсә, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре күнекмәләргә даими йөрөгән. Күнекмәләр Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында барған. Вәдүт Ғәйфулла улы тормошта спорттан айырылмаған бер нисә хәбәрсегә Журналистар союзының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев бәйгеселәргә еңеүҙәр теләне. Сарала шулай уҡ Әхәт Мортазиндың ҡатыны - "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Тәнзилә Абдулла ҡыҙы һәм балалары Салауат менән Гүзәлиәне күреү ҙә шатлыҡлы булды. Турнир бик ҡыҙыу барҙы. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.