Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ижади кешеләр белемен даими арттыра

“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль һәм төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Бәләбәй районының “Үҙәк ауыл-ара китапхана” учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында өҫтәмә профессиональ программа буйынса белем алды. Уҡытыу “Муниципаль китапхана һәм виртуаль мөхиттә файҙаланыусылар: хеҙмәттәшлек итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” программаһы буйынса дистанцияла уҙғарылды. 2023 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Стратегик планлаштырыу һәм тактик ғәмәлдәр нигеҙе булараҡ китапханаларҙың тикшеренеү эшмәкәрлеге” программаһы буйынса китапхана системаһының тағы ике белгесен уҡытыу планлаштырылған. “Китапхана кадрҙарының квалификацияһын күтәреү – хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри үҫешенә, китапханаларҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыуға, ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреүгә булышлыҡ итеүсе даими планға ярашлы процесс. “Ижади кешеләр” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 12 белгес үҙ квалификацияһын камиллаштыра алды”, – тип билдәләне китапхана системаһы директоры Ирина Кирьянова. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Бәләбәй районы хакимиәте.