Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтең әсәһе 2020 йылдың 5 апрелендә вафат булғайны. Йырсы һаман үкенестәр менән йәшәй. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә башынан үткән ауыр кисерештәре тураһында ла уртаҡлашҡайны. "Хәйерле көн, дуҫтарым! Әҙәм балаһының өс туйы була тиҙәр: Бәпәй туйы, Ниҡах туйы һәм Һуңғы юлға оҙатыу туйы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйемдең һуңғы туйы булмаған ине, Аллаһтың рәхмәте менән 2022 йылдың 27 июлендә әсәйем менән атайыма ҡәбер ташы ҡуйҙыҡ, Ҡөрьән ашы, һуңғы туйҙарын уҙғарҙыҡ. Тормош иптәшемә тәмле ризыҡтары өсөн, апай-ағайҙарыма, дуҫтарыма, ауылдаштарыма, Ислам хәҙрәткә рәхмәт", – тигән Әнүәр Нурғәлиев. “Яҙмыштың яуыз әмере буйынса беҙ әсәйебеҙҙе теге донъяға тейешенсә оҙата алманыҡ. 2020 йылдың 5 апрелендә ул беҙҙең аранан шым ғына, һиҙҙермәйенсә генә китте. Яуыз кешеләр уға “беренсе ковидсы” ярлығын таҡты. Беҙгә уны кешесә ерләргә ирек бирмәнеләр. Һуңынан асыҡланыуынса, унда ковид булмаған. Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән беҙ, ниһайәт, ҡәбер ташы ҡуйҙыҡ, бөтә туғандарҙы, дуҫтарҙы, әсәйемдең әхирәттәрен йыйҙыҡ, Ҡөрьән ашы үткәрҙек. Был көндө беҙҙең менән булғандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт. Күңелгә шул тиклем еңел булып ҡалды. Атай-әсәй шул тиклем етмәй, уларҙың янына йышыраҡ ҡайтығыҙ. Онотмағыҙ: Ерҙәге ожмах атай-әсәй аяғы аҫтында!” – тип кисерештәре менән уртаҡлаша ул. Әнүәр Нурғәлиевтең ата-әсәһе тыуған ауылында - Әлшәй районының Әүрезтамаҡ ауылында ерләнгән. Йырсы ата-әсәһенең нигеҙен һыуындырмай ҡайтып йөрөй. Уның тыуған еренә, туғандарына йылы мөнәсәбәте һоҡландыра. Алда әйтеп киткән изге эштәре лә ошо хаҡта һөйләй. Апрель аҙағында һәм май башында ауыл-ҡалаларҙа зыяраттарҙы таҙартыу өмәләре үтә. Һеҙ ҙә мәхрүм булған яҡындарығыҙҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә онотмағыҙ. Фото: скриншот. Видеояма Әнүәр Нурғәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.