15 апрелдә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы, 2024 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүе старт алғайны. Тауыш биреү 31 майға тиклем 2.gorodsreda.ru платформаһында бара. Бөгөнгә Башҡортостандағы 122 мең кеше тауыш биргән. Иң әүҙем муниципалитетар – Ҡалтасы, Салауат, Дүртөйлө, Стәрлебаш һәм Илеш райондары. - Тауыш биреү һөҙөмтәһендә кешеләр төҙөкләндереү өсөн беренсе сираттағы объекттарҙы һайлай. Быйыл унда 63 муниципаль берәмектән 185 биләмә ҡатнаша, - тип белдерҙе республиканың торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. 14 йәше тулғандар тауыш биреү хоҡуғына эйә. Һәр ҡатнашыусы төҙөкләндереү өсөн бер биләмәне һайлай йәки быға тиклем һайлап алынған дизайн-проекттар өсөн тауыш бирә ала, тип хәбәр итте республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Авторизациялау менән бәйле проблемалар килеп сыҡһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Быйыл республикала бер меңдән ашыу кеше ирекмән булып теркәлгән. Тауыш биреү ваҡытында улар йәмәғәт биләмәләрендәге йәмәғәт урындарында эшләйәсәк. Әйткәндәй, һәр кем ирекмән була ала. Бының өсөн 31 майға тиклем https://dobro.ru/event/10333838 һылтанмаһы буйынса теркәлергә мөмкин. Тирә-яғыбыҙҙы, тыуған районыбыҙҙы йәки ҡалабыҙҙы күркәмерәк, матурыраҡ итер өсөн тауыш бирәйек, ҡәҙерле дуҫтар. Фото: house.bashkortostan.ru/presscenter