Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың 2 июненән 4-нә тиклем Сибай ҡалаһында уҙған «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы Белоруссияның «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә беркетеү әйберҙәрен поставкалау күләмен 2021 йылда ике тоннанан 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 70 тоннанан ашыуға тиклем арттырҙы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. -Быйыл 25 майҙан 27-һенә тиклем Сибайҙа һәм Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында үтәсәк «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы төбәк һәм ил иҡтисадын үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү өсөн майҙансыҡ ҡына түгел, шулай уҡ Башҡортостан, Рәсәй һәм эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн платформа ла. Быйыл да сарала ҡатнашыусылар һөҙөмтәле эш осрашыуҙары үткәрә һәм үҙ бизнесын үҫтереү өсөн яңы партнерҙар таба алыр тигән ышаныстабыҙ, - тип билдәләне Маргарита Болычева. Республиканың ты