Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрҙе, ул министрлыҡтың былтырғы эш йомғаҡтарына арналды. Наталья Юрьевна әйтеүенсә, былтыр министрлыҡ республика ҡаҙнаһына 13,5 миллиард һум табыш килеүен тәьмин иткән, был сумма 2021 йылғы һөҙөмтәнән 2,5 тапҡырға күберәк. Дәүләт милкендә булған ерҙе ҡуртымға биреүҙән килгән табыш үткән йылда 4,2 миллиард, ә һатыуҙан алынғаны 934,4 миллион һум тәшкил иткән. “Урындағы бюджеттар ҙа дәүләт милке сикләнмәгән ер биләмәләрен ҡуртымға биреүҙән табыш ала, былтыр ул 3,2 миллиард һум булды”, – ти министр. Күп кенә эшҡыуарҙар ерҙе ҡуртымға ала, ләкин, министр әйтеүенсә, уларҙың әле үҙҙәре ҡулланған ерҙе милек итеп алыуы дәүләт өсөн дә, ерҙе файҙаланыуҙың сифаты өсөн дә отошлораҡ. Министрлыҡтың төп бурыстарының береһе – социаль яҡтан яҡланмаған ғаиләләргә ярҙам итеү. 2020 йылдан алып күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр ер биләмәһен бушлай ала йәки был ерҙең хаҡы уларға, ү