Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы башланды. Гала-концерт иртәгә, 28 апрелдә Сибай концерт-театр берекмәһе бинаһында була. Быйыл ул XVI тапҡыр үткәрелә. Конкурста 7 - 16 йәшлек балалар, 16 - 45 йәшлек һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусылар (концерт ойошмаһында эшләгән йырсылар, махсус вокаль белеме булғандар, музыка училищеларының III–IV курс, юғары уҡыу йорттарының I–V курс студенттары) ҡатнаша ала. Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарыла: 7-10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 - 45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнаша ала. 16 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә конкурс бер турҙа үткәрелә. Ҡатнашыусылар үҙҙәре һайлап башҡорт халыҡ йырын һәм урындағы йыр фольклорын (оҙон көй, йола йыры, шаян йыр, таҡмаҡ, ҡобайыр, бәйет, мөнәжәт, һамаҡ) башҡарырға тейеш. Ә 16 - 45 йәш