26 апрелдә Өфөлә Совет майҙанында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм илдең оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов дүртенсе башҡорт ирекмәндәр батальонын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһында ҡатнашты. Ул Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Баян улы Мурзин исемен йөрөтә. Батальон республикала ойошторолған Башҡорт мотоуҡсылар полкының беренсе подразделениеһы буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың башында хәрби хәрәкәттәр ветерандары яуҙағы хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән подразделениелар булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Отставкалағы полковник Борис Гордеев һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Илдар Зәйнетдин – Даян Мурзин исемендәге һәм “Төньяҡ амурҙары” батальондарына, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Илгиз Солтанморатов “Ватан” отрядына ҡабул итеү тураһында иғлан итә. Уларға яңы подразделениелар сафына инергә теләгән йөҙҙәрсә кеше мөрәжәғәт итә. Күпселеге армияла хеҙмәт иткән, хәрби тәжрибәгә эйә. Радий Хәбиров ошо башланғыстарҙы һәм Башҡортостандың батальондарын ҙур подразделениеға – исемле мотоуҡсылар полкына берләштереү тәҡдимен хупланы. Республика яугирҙәрҙе экипировка, техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итте. Башҡортостан ирекмәндәре шулай уҡ һәр ярты йыл хеҙмәт өсөн 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған һәм тәүлек өсөн түләүҙәр аласаҡ. – Бөгөн күп милләтле Рәсәй халҡы йәнә Ватанды яҡлауға баҫты. Беҙҙең быуынға, элек атай-олатайҙарыбыҙ кеүек, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғон яҡларға тура килә. Башҡортостан яугирҙәре һәм командирҙары дөйөм эшкә ҙур өлөш индерә. Бөгөн махсус хәрби операцияға ебәреүгә тағы бер подразделение – Даян Мурзин исемендәге батальон ойошторолған һәм әҙер. Ул Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтта була. Хәрби хәрәкәттәр ваҡытында бер нисә тапҡыр яралана. Уның батырлығы мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ. Башҡорт халҡының үҙенә генә хас хәрби рухы бар, быны илебеҙҙең башҡа төбәктәренән егеттәр ҙә әйтә. Әлегә һеҙ фронтта булғанда, яҡындарығыҙ, ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ һәм ата-әсәйҙәрегеҙ беҙҙең өсөн беренсе урында тора, тип ышана алаһығыҙ. Һеҙгә ҡыйыу ҡарарығыҙ, илһөйәрлегегеҙ һәм бурысығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Уңыштар теләйем! Беҙ һеҙҙе еңеү менән көтәбеҙ, – тине Игорь Комаров. Башҡортостан Башлығы республиканың хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтәсәген вәғәҙә итте. – Бөгөн республика ошо майҙандан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң яҡшы улдарын, ысын яугир-һаҡсыларын хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн сираттағы тапҡыр махсус хәрби операцияға оҙата. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙгә ҙур ихтирам һәм ғорурлыҡ менән ҡарайбыҙ. Ауыр, әммә илебеҙгә бик кәрәкле ҡарар өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа ата-әсәйҙәрегеҙгә, ҡатындарығыҙға һәм балаларығыҙға ошо һайлауҙы хуплағандары өсөн баш эйәбеҙ. Меңләгән ир-егет хәрби бурысын үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Шуға күрә эшләгеҙ, ҡуйылған бурыстарҙы үтәгеҙ. Ә республика бөтә көсө һәм саралары менән һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәсәк. Иң мөһиме, һеҙ барығыҙ ҙа бергәләп хәрби бурысығыҙҙы үтәп, иҫән-һау ҡайтырға тейешһегеҙ. Эшләгеҙ, туғандар! – тине Радий Хәбиров. Рәсәй оборона министрының беренсе урынбаҫары башҡорт яугирҙәренең Ватанға күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн барлыҡҡа килгән хәрби традицияларын билдәләне. – Рәсәй гражданы өсөн Ватанға хеҙмәт итеүҙән дә изге һәм мөһим бурыс юҡ. Яҡын арала ғаиләгеҙҙе, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы, ерҙәрегеҙҙе һаҡлауға ғүмерегеҙҙе бағышларға ҡарар иттегеҙ. Көнбайыш донъяһына ҡаршы тороу - илебеҙҙең суверенитетын яҡлау ул. Һеҙ был бурысты үтәрһегеҙ, тип ышанам. Оборона министры, Оборона министрлығының хәрби коллегияһы исеменән һеҙгә һаулыҡ теләйем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, иптәштәрегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм еңеү менән ҡайтығыҙ. Бөтә Рәсәй халҡының һәм данлы Башҡортостандың бөйөк традицияларын һеҙ, һис шикһеҙ, хәрби хеҙмәтегеҙ менән раҫларһығыҙ, – тине Руслан Цаликов. Хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Мир” позывнойлы батальон командиры республика етәкселегенә ирекмәндәрҙе формалаштырыуҙа һәм экипировкалауҙа ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Еңеү беҙҙең яҡта буласағына ныҡ ышанам. Барығыҙға ла уңыштар, уңыштар һәм зыян күрмәйенсә өйгә ҡайтыуҙарын теләйем, – тине ул. Игорь Комаров, Радий Хәбиров, Руслан Цаликов һәм Даян Мурзин исемендәге батальон командиры Совет майҙанында ҡуйылған Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Тантананан Һуң Игорь Комаров, Радий Хәбиров, Руслан Цаликов Республикаға идара итеү үҙәгендә хәрби хеҙмәткәрҙәргә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Белешмә: Даян Баян улы Мурзин, Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, Чехословакияның юғары ордендары геройы һәм кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, 1921 йылда Иҫке Балыҡлы ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Баҡалы районы) тыуған. Һуғышҡа тиклем ауыл уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләй. 1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай, Балтик буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһында взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июненән фронтта. 1942 – 1943 йылдарҙа дошман тылында агент сифатында эшләй. Уның эше һөҙөмтәһендә Төркөстан легионының һәм Иҙел-Урал легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына күсә. 1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла Молотов исемендәге партизан отрядын ойоштора. 1944 йылдың авгусында словак-чех разведчиктары төркөмө составында партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн Словакияға ебәрелә. Ян Жижки исемендәге интернациональ партизан бригадаһы менән етәкселек итә. “Ҡара генерал” ҡушаматы менән билдәле була. Даян Мурзин етәкселегендә диверсанттар 100-ҙән ашыу хәрби операция үткәрә, дүрт меңдән ашыу һалдат һәм офицерҙы, 200-гә яҡын танк һәм автомашинаны юҡ итә, 19 тимер юл күперен шартлата, элекке генерал, хыянатсы Андрей Власовты әсирлеккә ала. Һуғыштан һуң Даян Баян улы күп йылдар прокуратура органдарында, эске эштәр системаһында енәйәтселек менән көрәшә. 20 йыл тиерлек республика адвокаттар коллегияһын етәкләй. Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү, ветерандар хәрәкәте менән әүҙем шөғөлләнә. Интернациональ дуҫлыҡ музейы менән етәкселек итә. Даян Мурзин 2012 йылдың 10 февралендә вафат була. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru