Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балаларға рәхмәт әйтәйек!

"Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы йыл һайын республикабыҙҙың балаларын ҙур концерт менән һөйөндөрә. Быйыл да сағыу тамаша "Башҡортостан" дәүләт концерт залында гөрләп үтте. Концерт ил Президенты тарафынан иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналды. “Тамыр”ҙар үҙ тамашасыларын шатландырыу өсөн йылдан-йыл яңы йырҙар, ҡыҙыҡлы бейеүҙәр, йөкмәткеле номерҙар әҙерләй. Йәш артистарға байрамдың бөтә ҡунаҡтары ҡушылып йырланы. Ата-әсәләр һоҡланыуын йәшермәне, тамаша залында уҡ балалары менән бейергә төштө, сөнки уларҙың күбеһе "Тамыр" тапшырыуҙарында үҫә. Был көндө сәхнәлә танылған артистар Гәлсәр Байғусҡарова, Рәфис Сирусин, Арыҫлан Оморҙаҡов менән бергә "Сулпылыр" телеконкурсының һәләтле йондоҙҙары сығыш яһаны. Стәрлетамаҡтан, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан бейеү коллективтары килде. Сәхнәнең төп хужалары "Тамыр" телеканалы йыр студияһының йәш йырсылары булды. Концерт өсөн махсус рәүештә яңы йырҙар өйрәнелгән. Концертты кескәй йондоҙҙар Асель Бадранова, Әмирхан Еникеев, тәжрибәле алып барыусылар Алмас Таһиров һәм Сөмбөл Батыршина алып барҙы. Телеканал тарафынан социаль селтәрҙә иғлан ителгән "Уҡытыусым" иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Күгәрсен, Ишембай, Стәрлебаш, Белорет һәм Дәүләкән райондарынан иң яҡшы 5 инша авторы уҡытыусылары менән бергә лайыҡлы наградаларын алды. Уларҙы "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина һәм БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин тапшырҙы. "Былтыр концертҡа килә алманым, шуға күрә быйыл икеләтә көс менән көттөм! Тағы ла мине конкурста еңеүсе тип иғлан иттеләр! Мин "Тамыр" ҙы яратам һәм һағынам, сөнки Өфөлә йәшәгән сағымда мин дүрт йыл каналда эшләнем! Рәхмәт, мин бәхетле», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ишембай районының Маҡар ауылы мәктәбенән икенсе класс уҡыусыһы Искәндәр Һиҙиәтов. "Балаларҙы рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә өйрәтеү мөһим һәм балаларҙың үҙҙәренә рәхмәт әйтеү мөһим, - тине “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Йөҙләгән бала бөгөн яратҡан уҡытыусыларын алҡышланы. Йөҙләгән бала сәхнәлә сығыш яһаны һәм тамашасыларҙың рәхмәтен тойҙо. Бында ижади көс-ҡөҙрәт менән алмашыу булды. Телеканал коллективы балаларҙы дәртләндерҙе һәм йәш тамашасылар өсөн илдә иң яҡшы контент булдырыуға үҙе дәрт алды. Ярҙамсыл балаларға, аҡыллы ата-әсәләргә рәхмәт!” Фотолар: “Тамыр” телеканалынан.