Салауат районының Татар Малаяҙы ауылында матур ғаилә, абруйлы хеҙмәт ветерандары – Фәнүзә һәм Миңлейән Насибуллиндар ғүмер итә. Ғаилә башлығының хеҙмәт юлы колхозда үтһә, уның ҡатыны уҡытыусы булып эшләгән. Ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы Миңлейән Фәйзулла улы тыуып үҫкән еренә һәр саҡ тоғро ҡалды. Борондан ата-бабалары йәшәгән Салауат районынан ҡайҙалыр күсеп китеү тураһында уйы ла булманы. Уның бөтә уңыштары, шатлыҡтары һәм хәсрәттәре Татар Малаяҙы менән бәйле. Миңлейән Насибуллин 1936 йылдың йәйендә тыуған. Ете класты тамамлап, Дыуан районының Ярославка ауылында һөнәрселек-техник училищеһында уҡый. Һуңынан инде 30 йылға яҡын бер урында – “Урал” колхозында механизатор булып эшләй. Ул ғүмер буйы тракторсы булды һәм эшен бик яратып башҡарҙы, һәр ваҡыт уны беренсе урынға ҡуйҙы. “Эшем менән ғорурланам”, – ти ул хеҙмәт дәүере хаҡында. Яҡшы эш күрһәткестәре өсөн уның хеҙмәт кенәгәһендә тик рәхмәт һүҙҙәре генә яҙылған. 1994 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы