Бөгөн мин Зәйнәб әнкәйемде төшөмдә күрҙем... Уйландым да, ҡыуандым да, тик уның бөгөн баҡыйлыҡҡа күскәнен ишеткәс, ҡара болоттар уратып алғандай булды. “Әнкәй, үҙ тормошоғоҙҙа һеҙ бөтәһенә лә йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәттегеҙ. Һеҙҙең фатихалар, доғалар менән генә юлға сығыр инек, кәңәш һорап килер инек. Һуңғы осрашыуҙа ла: “Марат балаҡайым килгән”, – тип ҡаршы алып, сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Һеҙҙең турала тик яҡты иҫтәлектәр ҡалды”... Тырышлыҡты, яңылыҡҡа ынтылыуҙы талап иткән уҡытыусы һөнәрен һайлаған кешеләрҙең баҫҡыстары башҡаларҙыҡына ҡарағанда текәрәк тә, ҡатмарлыраҡ та. Улар – бар булмышын балалар тәрбиәләүгә һалыуҙан тыш, башҡаларҙың да тормошон йәмләгән, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙған һәм йылы һүҙҙәре менән дәртләндергән көслө рухлы заттар. Салауат районының Шәрип ауылында йәшәгән, бер быуаттан ашыу ғүмер кисереп, яңыраҡ арабыҙҙан киткән мәғариф ветераны Зәйнәб Һаҙыева тураһында һүҙем. Быйыл Зәйнәб Сәләх ҡыҙына 104 йәш тулыр ине... Ул 1919 йылдың йәмле көҙөндә Салауат районыны