Көйөргәҙе тарафтарына юл төшөп, тыуып-үҫкән яҡтарға ҡайтһам, мине йыш ҡына атайыма оҡшаталар. Тышҡы оҡшашлыҡ – мөһабәт кәүҙә, сал сәстәрем, күҙ ҡарашы, интонация булһа, эске булмышым менән мин ғүмер буйы уға оҡшарға тырыштым, уның кәңәшен тоттом. Хәҙер үҙем дә атай йәшенә етеп олоғайһам да, барыбер уның аҡылы, һүҙе яҡты нур булып тормош юлымды яҡтырта. 2023 йыл Уҡытыусы һәм остаз йылы тип билдәләнде. Тыуыуына 95 йыл тулыу көндәрендә уйланыуҙарым һәм хәтирәләрем ошо остазлыҡ баҫҡысынан төшмәгән, бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡытыуға арнаған мәрхүм атайым – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рафиҡ Шәрәфетдин улы Сыртланов хаҡында. Ул бөтә республикаға таныш оло йөрәкле уҡытыусы, алдынғы мәктәп директоры, матбуғатты уҡып барғандар өсөн тынғыһыҙ журналист булараҡ билдәле ине. Үҙе уҡытҡан география өлкәһендә генә түгел, бөтә донъяуи темаларға уның менән һөйләшеп була, баланы ҡыҙыҡһындырған һәр һорауға төплө яуабы әҙер. Бер генә миҫал. Институтта уҡып йөрөгәндә лә, хатта өйләнгә