Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы уңғандары тәбиғәттең һәр миҙгелен ярата. Әле улар яҙға һөйөнә: "Тәбиғәттең уянған мәле. Һалҡын аҡ ҡыштан һуң йәшеллеккә һыуһаған күңел табиғәткә ынтыла, ҡырҙа тәүге һары сәскәләр күҙ яуын алып үҙенә саҡыра... Саҡырғас барып килдек әле бына түҙмәй, күрештек, күңел булды! Көс, дәрт, күңелгә ял, матурлыҡ алып ҡайттыҡ. Һеҙгә лә ҡалды, барып алығыҙ, дуҫтар!"- тип яҙған улар Иҫке Арыҫланғол ауыл клубы төркөмөндә. Әйткәндәй, былтыр вәзәмдәр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында үҙ категорияларында оло еңеү яуланы. Фото һәм видеояҙма: Бәләкәй Арыҫланғол ауыл клубы төркөмәнән.