Найти в Дзене

Стәрлетамаҡта яңы аллея барлыҡҡа килде

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектында, Төҙөүселәр һәм Магистраль урамдары араһында, 100 пирамидаль тирәктән торған аллея ултыртылды. Сара “Таҙа ҡала – сәләмәт балалар” экологик программаһы һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Ағас ултыртыуҙа ҡала предприятиеларының Директорҙар советы ағзалары, ветерандар, ирекмәндәр һәм ҡала халҡы ҡатнашты. Ултыртыу өсөн үҫентеләрҙе “Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте биргән. Яңы биләмә “Химиктар аллеяһы” тип аталасаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы ҡарабойҙай бутҡаһы, ҡайнар сәй һәм бөйөрөктәр менән һыйланылар. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.