Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуздар хаҡында һорауҙар яуҙы ғына

БЮТ телеканалында тура эфирҙа быйыл юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү кампанияһына арналған брифинг үткәрелде. Быйыл вуздарға инеү үҙенсәлеге тураһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Башҡортостан Башлығының фән һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов, республика вуздары ректорҙары ҡатнашты. Эфирҙа документтарҙы дистанциялы тапшырыу, инеү һынауҙарын уҙғарыу, ҡабул итеү кампанияһы ваҡыты, абитуриенттарҙың спортта, ижадта, олимпиадаларҙағы шәхси ҡаҙаныштарына ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Брифинг барышында абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан Өфөлә Евразия фәнни белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы тураһында күп һорауҙар бирелде. Башҡортостан баш ҡалаһында Кампус булдырыу ниндәй перспективалар асыуы, төбәктә яңы фәнни белем биреү майҙансығының барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһында студия ҡунаҡтары һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә заманса университет ка

БЮТ телеканалында тура эфирҙа быйыл юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү кампанияһына арналған брифинг үткәрелде. Быйыл вуздарға инеү үҙенсәлеге тураһында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова, Башҡортостан Башлығының фән һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов, республика вуздары ректорҙары ҡатнашты. Эфирҙа документтарҙы дистанциялы тапшырыу, инеү һынауҙарын уҙғарыу, ҡабул итеү кампанияһы ваҡыты, абитуриенттарҙың спортта, ижадта, олимпиадаларҙағы шәхси ҡаҙаныштарына ҡағылышлы һорауҙар күтәрелде. Брифинг барышында абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан Өфөлә Евразия фәнни белем биреү үҙәге вуз-ара студенттар кампусы тураһында күп һорауҙар бирелде. Башҡортостан баш ҡалаһында Кампус булдырыу ниндәй перспективалар асыуы, төбәктә яңы фәнни белем биреү майҙансығының барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһында студия ҡунаҡтары һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә заманса университет кампустарының тәүге проекттары тормошҡа ашырыласаҡ ҡалалар иҫәбендә Өфө лә бар. Проекттың тәүге сиратын тормошҡа ашырыу быйыл тамамлана. Кампустың икенсе сираты 2025 йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Дүрт мең студентҡа иҫәпләнгән кампус нигеҙендә төбәктең әйҙәүсе университеттары үҙҙәренең фәнни лабораторияларын һәм инновация киңлектәрен урынлаштырасаҡ. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова был проекттың тормошҡа ашырылыуын республика халҡының түҙемһеҙлек менән көтөүен билдәләне. - Студенттар кампусының тәүге сиратын быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Республика етәкселеге һәм федераль үҙәк тарафынан беҙҙең алда ошондай бурыс ҡуйылған. Кампус ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашасаҡ. Бында ятаҡтар ғына түгел, фән, студенттар, йәш ғалимдар аралашыуы өсөн тотош инфраструктура булдырыласаҡ, - тип билдәләне Инесса Косолапова. Башҡортостан Башлығының фән һорауҙары буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов әйтеүенсә, кампус һәр кемде ҡыҙыҡһындырасаҡ. - Шуны аңларға кәрәк, вуз-ара студенттар кампусы - ил Президенты, федераль Хөкүмәттең ҙур башланғысы. Республика дәүләттең мөһим проектында ҡатнаша. Кампус Башҡортостандың визит карточкаһына әүереләсәк, ул үҙенә йәш таланттарҙы ғына түгел, ҡалала йәшәүселәрҙе, ҡунаҡтарҙы ла йәлеп итәсәк, - тине ул. Фото:Башҡортостан Хөкүмәте сайты.