Найти тему
Башҡортостан гәзите

Балам миңә оҡшамаған!

Сираттағы ғаиләләге ыҙғыш осрағы кисә баш ҡалала булған. Йәш әсә бәләкәй балаһы менән өйөнә ҡайтҡан. Бала тыуыуын “йыуған” атай кеше иһә, иҫереп алғас, бәпес үҙенә оҡшамаған, тимәк, икенсе ирҙән, тип ғауға күтәрә. Ҡыҙып алған ир донъяһын туҙҙыра, яман итеп һүгенә, ҡатынын туҡмай башлай. Унан нисек тә ҡасып ҡотолорға теләгән ҡатын балконға сығып бикләнә. Ярай әле ул яңы тыуған балаһын үҙе менән алырға өлгөрә, ә телефоны бүлмәлә ятып ҡала. Балконды емерә яҙып туҡылдатҡан ирҙән ҡотолоу өсөн ул ҡағыҙ табып хат яҙа. Унда ул үҙенең адресын яҙа һәм полиция саҡырыуҙы һорай. Ҡағыҙҙы алған кешеләр яҡындағы поликлиникаға бара һәм унан полиция саҡырта. Ваҡытында килеп еткән хоҡуҡ һаҡсылары ирҙе ҡулға ала. Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай хәлдәр тормошта йыш осрап тора. Фото: Телеграм.