Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һүндерелмәгән бер шырпы бар донъяны юҡ итеүе ихтимал

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов Башҡортостандың идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” программаһы, “Бәйләнештә” аша тура эфирға сығып, янғындар тураһында оператив мәғлүмәт, шул иҫәптән Урман һаҡлаусы системаһын анализлап сығыш яһаны. Учалыла 24 апрелдә 100 квадрат метр майҙанда сүп-сар яна – янғын сығанағын Урман янғындарын күҙәтеү системаһы теркәгән. Ваҡиға урынына оператив бүлексәнең янғын һүндереүселәре килгән һәм утты һүндергән. Видеомониторинг камералары янғындарға оператив яуап бирергә ярҙам итә – “Урман һаҡсыһы” урман менән уратып алынған тораҡ пункттар территорияһын да күҙәтә. Системаның эше тураһында республика менән идара итеү үҙәгенән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләй. Һүндерелмәгән шырпы йәки тәмәкенән үлән һәм ҡыу ағастар янып китеүе ихтимал. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ябай: - ергә һүндерелмәгән тәмәке һәм шырпы ташламағыҙ; - урманда сүп-сар ҡалдырмағыҙ һәм яндырмағыҙ; - янғын хәүефе осоронда усаҡ яҡмағыҙ – 2023 йылдың 17 апреленән 15 майына тиклем. 26 апрелдә иртән Күгәрсен һәм Белорет райондарында ете гектар майҙанда ике урман янғыны теркәлгән. 2023 йылда янғын хәүефе осоро башланғандан алып, бөтәһе 43 гектар майҙанда 12 урман янғыны сығанағы барлыҡҡа килгән. Бөтә янғындар һүндерелгән, халыҡҡа хәүеф янамай. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм ашығыс ярҙам телефонының номерын – "122"-не иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Эфирҙа – тулы мәғлүмәт. https://vk.com/wall-201146046_78388 https://ok.ru/tsur.bashkortostan/topic/156111585120397 https://t.me/tsur_bashkortostan/7934