Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Премьер-министр менән шахмат уйнаны

Бик үҙенсәлекле спорт төрө ул шахмат. Ул спорт ҡына түгел, ә уйын, тотош фән. Математик, логик, аныҡ фекерләү, ныҡлы ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ, маҡсатҡа ынтылыш кеүек сифаттар тәрбиәләй ул кешелә. Баш ҡалалағы “Йәшлек хаус” – Йәштәр йортонда – шахмат буйынса “Халыҡтар дуҫлығы” тип исемләнгән халыҡ-ара турнирҙа милли-мәҙәни, йәмәғәт ойошмалары, йәштәр һәм корпоратив ойошмалар берекмәләре Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе кубогына ярышты. Турнирҙа 10-дан ашыу команда ҡатнашты. Улар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы командаһы ла бар ине. Спорт сәләмәт тормош алып барыуға ғына өндәп ҡалмай, барыһын да берләштереү, дуҫлаштырыу ҡеүәтенә эйә. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаров, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, “Толпар” спорт клубы директоры, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге ағзаһы Әмир Дауҡаев һәм башҡалар ҡатнашты. Андрей Назаров ҡатнашып ҡына ҡалманы, Өфөнән ете йәшлек Реана Кинйәбулатова менән шахмат та уйнаны. Ҡыҙ баш ҡалалағы 39-сы мәктәптең 1-се класында белем ала. Ул яңыраҡ ҡына Грецияның Родос утрауында үткәрелгән уҡыусылар араһындағы шахмат буйынса донъя беренселегендә икенсе урын яуланы. Унда 53 илдән 530-ға яҡын бала ҡатнашҡан. Сарала Реана Башҡортостан картаһы һәм әләме төшөрөлгән футболкала булған. Беренсе урынға - Цогтгерэл Герелт-Ойю (Монголия), өсөнсөгә Аджай Пател Райна (Һиндостан) сыҡҡан. Реананың тәүге тренеры – атаһы Ренат. Ул күп йылдар шахмат менән мауыға. Ҡыҙҙың ағаһы Роман да шахматты үҙ итә. Реана художестволы гимнастика, йөҙөү менән шөғөлләнә, скрипка, пианино серҙәрен өйрәнә. Автор фотолары.