Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр ижадын тәҡдим итә

Өфө художество галереяһында "Рәсәй рәссамдары союзы" Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙамында “Башҡортостандың йәш рәссамдары” күргәҙмәһе ойошторолдо. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн үтә. Күргәҙмәлә йәш рәссамдарҙың төрлө стилистик йүнәлештәрҙә башҡарған эштәрен күрергә була. Бында живопись, графика, биҙәү-ҡулланма, театраль-биҙәү сәнғәт, плакат сәнғәте, скульптура, ағасты һырлау һәм башҡа төрҙәр берләшкән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Яңауыл районының “Балалар сәнғәт мәктәбе” уҡытыусылары ла әүҙем ҡатнашты - биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса композициялар менән Гөлфирә Дауытова һәм майлы буяулы эштәре менән Ынйы Ситдиҡова. Алдараҡ "Рәсәй рәссамдары союзы" ағзалары эштәрҙе бик етди һайлап алған. Һөҙөмтәлә күргәҙмәлә 95 авторҙың 181 эше ҡуйылды. Күргәҙмә 21 майға тиклем дауам итәсәк. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Яңауыл районы хакимиәте.