Туймазы районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы ойошторолған, уны хакимиәт башлығы Айҙар Суфиянов үткәргән. Унда “Бәхетле” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең районда йыл әйләнәһенә эшләйәсәк теплица комбинатын төҙөү проекты ҡаралған. Проектҡа ярашлы, ике гектар ерҙә йәшелсә үҫтерергә ниәтләйҙәр. Эшҡыуар хәкимиәткә мәғлүмәт-консультация һәм финанс ярҙамын һорап мөрәжәғәт иткән. Ул йәшелсә һаҡлағыс төҙөү планын тәҡдим иткән. Унда йәшелсәне сортҡа бүлеү һәм ҡаптарға төрөү цехтары ла ҡаралған. Теплицаларҙы модернизациялау уңыш кимәлен арттырырға, энергия ресурстарын экономияларға, ялланған хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтергә ярҙам итәсәк. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар проектты төрлө яҡлап тикшерҙе һәм уны артабан тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк ҡарарҙар ҡабул итте. Район хакимиәтенең булышлыҡ итеү хеҙмәттәре лә йөкләмәләр алды. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Туймазы районы хакимиәте.