Мөхәммәт пәйғәмбәр салләллаһу ғәләйһиссәләм: «Рамаҙан ураҙаһынан һуң кем Шәүүәл айында алты көн ураҙа тота, шул кеше тулы бер йыл ураҙа тотҡан кеүек булыр, сөнки бер изгелеккә ун өлөш сауаптан кәм булмаҫ. Йәғни 30 көнгә 300 көн ураҙа сауабы булыр. Алты көнгә 60 көн ураҙа сауабы яҙыла. Был 360 көн ысын мәғәнәһендә бер йыл булыр», – тип әйткән. Тағы: "Бер кеше Рамаҙандан һуң Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, Аллаһ Тәғәлә был кешенең тәнен тамуҡҡа харам ҡылыр», – тигән. Бер кеше Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһа, шул кешенең 40 йыллыҡ гонаһы ярлыҡаныр. Аллаһ Тәғәлә ул кешегә ғәмәл дәфтәрен Ҡиәмәт көнөндә уң ҡулына бирер. Икенсе көн ураҙа тотһа шул Шәүүәл айында, уға 70 хаж сауабы яҙылыр. Өсөнсө көн ураҙа тотһа, 200 шәһит сауабы яҙылыр. Ошо кешенең ҡәберенә һәр көндә 100 фәрештә зыярат ҡылыр – Ҡиәмәт көнөнә тиклем һәр көн был кеше өсөн изгелектәр яҙырҙар. Дүртенсе көн ураҙа өсөн Аллаһ Тәғәлә был кешенең 70 хәжәтен үтәр донъя хәжәттәренән һәм әхирәт хәжәттәренән. Һәр көндә был кеше өс
Шәүүәл айында алты көн ураҙа тотһаң, йыл буйы тотҡанға һаналыр
26 апреля 202326 апр 2023
1 мин