“Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Балаҡатай районы үҙәге Яңы Балаҡатайҙа үҙәк китапхананы модель китапханаға әүерелдереү эше бара. Был хаҡта райондың мәҙәниәт бүлеге хәбәр итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, телгә алынған проект – ул дәүләт етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдағы май указына ярашлы барлыҡҡа килгән төрлө йүнәлешле бихисап милли проекттарҙың береһе. Улар барыһы ла ил халҡы тормошон һәр яҡлап яҡшыртыуға, ыңғай шарттар тыуҙырыуға, йәмғиәттең үҫешен тәьмин итеүгә, илебеҙ ауыл-ҡалаларының йөҙөн заманса, уңайлы итеүгә йүнәлтелгән. “Мәҙәниәт” милли проекты Башҡортостанда бик уңышлы атҡарылып килә, уны тормошҡа ашырыу буйынса республикабыҙ Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Тап ошо проект ярҙамында мәҙәни ойошмалар, сәнғәт йүнәлешендә белем биргән уҡыу йорттары, балаларҙа ижади һәләтте үҫтереүгә булышлыҡ иткән музыка, сәнғәт мәктәптәре һәм башҡалар, бер һүҙ менән әйткәндә, республикала мәҙәни өлкәгә мөнәсәбәте булған һәр нәмә тип әйтерлек ифрат матур