Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөһим бурыс – һәр йәһәттән дә ярҙам итеү

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районындағы 12-се айырым гвардия инженер Кенигсбер-ҡаласығы Ҡыҙыл байраҡлы бригадаһында (12-я отдельная гвардейская инженерная Кёнигсбергско-Городокская Краснознамённая бригада) эш сәфәре менән булды. Унда Радий Фәрит улы республикала төҙөлгән дүртенсе ирекле батальон яугирҙәре менән осрашты. Ул Даян Мурзин исемен йөрөтә. Тиҙҙән подразделение тейешле урынға – хәрби әҙерлек үтергә юлланасаҡ, артабан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ. – Беҙ бөгөн һеҙҙең янға махсус рәүештә килдек, – тине яугирҙәр менән осрашҡанда Радий Хәбиров. – Ниндәй һорауҙарҙың хәл ителмәй ҡалғанын белеү маҡсатында бында килдек. Беҙ батальонға ярҙам итәсәкбеҙ. Матди яҡтан ғына түгел, һеҙ ғаиләләрегеҙ, балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ, яҡындарығыҙ өсөн борсолмаһын өсөн барыһын да тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Бөтә ресурстарҙы, бөтә көстө һеҙгә ярҙам итер өсөн ебәрәсәкбеҙ. Республика Башлығы булараҡ, шуны әйтәм – һеҙгә һәм һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә ярҙам итеүҙән дә мөһим бурысым юҡ. Бөгөн өс батальон батырҙарса көрәш алып бара. Радий Хәбиров һөйләүенсә, республика етәкселеге һәр саҡ улар янында. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.