Ҡыҙҙар көнө, тиҙәр бөгөн. Йәш гүзәл зат вәкилдәре наҙлана, әсәйҙәр, өләсәйҙәр бәләкәй саҡтарын иҫләп һағышлана, күптәре был көндә сәскә гөлләмәләре лә ҡабул итәлер. Ә минең йөрәгем әрней... ...Уҙған быуат аҙаҡтары. Мин, тиҙҙән туғыҙынсы класты тамамлаясаҡ үҫмер, киләсәккә яҡты ниәттәр ҡороп, ҡанатланып йөрөйөм. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым. “Һинән һәйбәт педагог сығасаҡ”, – ти гел уҡытыусыларым, дәртләндереп торалар. Яҙ башы. Мәктәптә 8 март байрамына әҙерләнеп мәж киләбеҙ. Күңелле унда! Ә өйҙә... Һәр саҡтағыса, әсәйемдең йылмайғанын күргәнем, яҡшы һүҙ ҡушҡанын ишеткәнем юҡ. Атайым иһә һуңғы ваҡыттарҙа төн урталарында ғына ҡайтып инә лә иртә менән сығып та китә. Уға әсәйемдең ярһып-ярһып үпкә һүҙҙәре еткергәнен ишетеп уяныуҙарым йышайҙы. Ә атайым бер ни өндәшмәй... Иртәгә 8 март тигән көндә иһә ул бөтөн әйберҙәрен йыйып алып сығып китте. Күрше ауылдағы икенсе ҡатынға... Әсәйемдең ярһып туҙыныуҙары, ике бәләкәй һеңлемдең ҡурҡып илашыуы, өләсәйемдең килеп етеп “ут”ҡа “кәрәсин”