Салауат районынан «Сельсовет» позывнойлы хәрби ике аҙналыҡ отпускыға ҡайтҡан, тип белдерә "Моя Уфа Новости” яңылыҡтар порталы. Ул барыһын да аптырашҡа һалып, ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдырып, үҙ теләге менән “Доставалов” батальонына ҡушылғайны. Әле тыуған яғында ялда, яҡындары янында. Шулай уҡ элекке коллегалары һәм бер нисә мәктәптең уҡыусылары менән дә осрашырға ваҡыт тапты хәрби. “Был аҙымыма һис тә үкенмәйем! Фашистарҙың беҙҙең сиктәрҙә вәхшилектәренә, Донбасстың тыныс халҡын, балаларҙы үлтереүҙәренә тыныс ҡала алманым, - тип белдергән "Сельсове"т “На земле Салавата” гәзитенә. Шулай уҡ хәрби Рәсәй Федерацияһының Запорожье, Херсон өлкәләрен һәм Донецк, Луганск халыҡ республикаларын байҡап сығырға өлгөрөүен дә бәйән иткән. “Беҙҙе һеҙҙең ҡулдар менән яһалған окоп шәмдәре, изге теләктәр менән һуғарылған балаларҙың хаттары йылытып торҙо. Алғы һыҙыҡта тыуған яҡтан килгән сәләмдәр ныҡ ярҙам бирә. Хәрбиҙәргә булған һеҙҙең ышаныс, йөрәктән сыҡҡан теләктәр дөйөм Еңеүгә алып киләсәк”, - ти ул. Фото: "Моя Уфа Новости" порталынан.