Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Был иҫ киткес матур булды!"

Өфөнән "Гүзәл дэнс" хореография ансамбле НТВ каналындағы "Таланттар иле" тапшырыуында ҡатнашып, жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы.Ҡыҙҙарҙың сығышын бөтә баһалама ағзалары ла юғары баһаланы. "Был иҫ киткес матур булды. Яулыҡтың көнкүреш тормошта ниндәй урын алыуын матур итеп күрһәттегеҙ. Тамашасыға ҡарарға ла өлгөрҙөгөҙ. Сәхнәгә ҡапыл әйләнгәндә миңә, әйтерһең дә, ҡоштар осорға әҙерләнгән кеүек тойолдо", - тине Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина. Эйе, ҡыҙҙарыбыҙ бейеүе менән дә, үҙҙәрен сәхнәлә тотоуы, иплелеге, һорауҙарға тапҡыр, төплө яуаптары менән дә һоҡландырҙы. Афарин! Әйткәндәй, 30 майҙа “Гүзәл дэнс” ансамбленең ҙур концерты көтөлә. Тамаша “Башҡортостан” концерт залында үтә. Фото: sun9-32.userapi.com