Ошо ҡаҡса кәүҙәле, мөләйем ҡыҙ изгелеге, хәстәрлеге һәм яуаплылығы менән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ауылдаштарҙың хөрмәтен яуларға һәм ышанысын аҡларға өлгөрҙө. Татар Ураҙаһы ауылында фельдшер булып эшләгән Гүзәл Ғайсина тураһында ауылдаштары бары яҡшы фекерҙә. Бына нимә яҙа уның тураһында яҡташы Лилиә Солтанова: ”Беҙҙең бәләкәй генә Татар Ураҙаһы ауылында нигеҙҙә пенсионерҙар йәшәй. Ул һәм ҡыҙҙары тыуған йорттарын ташлап, төрлө тарафтарға таралған, ә ата-әсәләр йылдан-йыл олоғая. Өлкәнәйгән һайын һыҙланған, ауыртынған көндәр ҙә күбәйә, уларға табип кәңәше лә, дарыуҙары ла бик кәрәк. Ҡалаға барып, табипҡа сиратҡа тороу, анализдар тапшырыу ҙур мәшәҡәткә әүерелә. Бик оҙаҡ ваҡыт күптәр өсөн был оло проблема булды. Ауылда модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урынлаштырылғас, халыҡтың тормошо яҡшыра төштө. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән медицина пункты уңайлы шарттарҙа ярҙам алырға булыша. Татар Ураҙаһы тормошона ошо пункттың хужабикәһе Гүзәл Ғайсина сағыу биҙәктәр өҫтәне. Аҙ ғын