Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хәйбуллала әсә балаһын үлтерә яҙған

Башҡортостанда 12 йәшлек ҡыҙ бала дауаханаға эләккән, асыҡланыуынса, уға үҙенең әсәһе бысаҡ менән ташланған һәм яралаған. Был хәл кисә иртә менән Хәйбулла районында булған. Shot телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, әсә кеше йоҡлап ятҡан балаһына ташланған һәм муйынына сәнскән. Уянып киткән ҡыҙыҡай ҡаршылыҡ күрһәтә башлаған, бәхеткә, тышта булған атаһы ла инеп өлгөргән. Ул ҡатынының ҡулынан бысаҡты тартып ала һәм ҡыҙына тәүге ярҙам күрһәтә. Бала әле район дауаханаһының хирургия бүлексәһендә, хәле тотороҡло. Уның менән психолог эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы ваҡытта 53 йәшлек ҡатындың психикаһы менән етди проблемалары башланған. Әлеге ваҡытта Тәфтиш комитетының Сибай район-ара бүлеге уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Үҙен махсус дауаханаға урынлаштырғандар. Фото: Mash Batash телеграм-каналы.