Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практикалар” тип исемләнгән төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарылды. Заман йәмғиәтенең көнүҙәк проблемаларын тикшереүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе,“Айыҡ ауыл” республика конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе Максим Забелин, конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, табип психиатр-нарколог, Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт палатаһы эксперты Руслан Исаев, медицина фәндәре докторы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева, Республиканың Ғаилә, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты. Тәүҙә форумдың пленар өлөшө уҙғарылды. Конкурстың координаторы Сәлиә Мырҙабаева үҙенең сығышында үҙ-ара бәйләнештә эшләгәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшеү мөмкинлеге тураһында белдерҙе: - Беҙҙең конкурс механизм һымаҡ, уның сиктәрендә системалы маҡсатлы эш алып барыла. Беҙ күтәргән проблемалар - барыбыҙ өсөн дә дөйөм булған социаль проблемалар. Барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволарҙы, власть органдарын һәм йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеп ойоштороу комитеты булдырылыуы ла осраҡлы түгел. Бары тик ведомство-ара бәйләнеш булғанда ғына конкурс ҡуйған маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы хәл итеүгә юл асыла. Конкурс сиктәрендә ғаилә низағтарын көйләү, иҫкәртеү буйынса социаль дәүләт хеҙмәттәре саралары уҙғарыла, эшкә урынлаштырыуҙа халыҡҡа булышлыҡ итеү, психотерапевт, наркологик һәм психологик ярҙам күрһәтеү буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойоштороу, ғаилә консультациялары көндәрен үткәреү, юристарҙың бушлай консультацияларын уҙғарыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Был конкурс шулай уҡ балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе бирергә, ауыл халҡын берләштереүгә лә булышлыҡ итә, - тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболинаның фекерҙәре лә урынлы яңғыраны. Ул үҙенең сығышында алкоголизмдың тормошҡа кире йоғонтоһон билдәләп үтте: - Алкоголизмдың эште, һаулыҡты, ғаиләне, балаларҙы юғалтыуға килтергәнен беләбеҙ. Министрлыҡҡа ошо тормош күренештәре менән эшләргә тура килә. Шуға ла беҙгә “айыҡ ауыл” һәм бөгөнгө фәнни-ғәмәли конференция темаһы бик яҡын. Айыҡлыҡ сәйәсәте – ул эсмәү генә түгел, ә һәр ҡайһыбыҙҙың уйҙарының, ғәмәлдәренең дә айыҡлығы. Барлыҡ социаль хеҙмәттәрҙең маҡсаты – ауырлыҡтарҙы үтергә ярҙам итеү. Республикала дәүләт сәйәсәте ғаиләләрҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, беҙҙә 59 мең күп балалы ғаилә йәшәй. Бынан алда булған, 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре менән сағыштырғанда был 30 процентҡа тиерлек күберәк. Күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 7-се урын яулаһа, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер булып тора. Алкоголизм – ғаилә низағтарының, социаль етемлектең дә сәбәбе. Был барыһына ла билдәле факт. Ғаиләләр менән планлы һәм һөҙөмтәле эш алып барыу һөҙөмтәһендә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителеүселәр һанын да кәметеүгә өлгәштек. “Айыҡ ауыл” конкурсының тыуымдың дөйөм күрһәткесенә йоғонто яһауын да билдәләү мөһим. Ошо конкурста даими ҡатнашыусы бер нисә муниципаль районда тәбиғи үҫеш күҙәтелә, - тип билдәләне Анна Николаевна. Форумдың пленар өлөшөндә ауылдарға ойоштороу комитетының дипломдары, активистарға республиканың министрлыҡ һәм ведомстволарҙың Рәхмәт хаттары тапшырылыуы ла сараның йәмле өлөшө булды. Шулай уҡ конференция сиктәрендә төрлө темалар буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ҙә уҙғарылды. Унда барған һөйләшеүҙәр, тәжрибә уртаҡлашыу ҙа бары тик файҙаға булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, 2019-2023 йылдарҙа “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 5235 ауыл ҡатнашҡан, 209 ауыл муниципаль этапта, 39 ауыл республика кимәлендә еңгән, 5000 спорт ярыштары, 4000 мәҙәни, белем биреү саралары уҙғарылған, 550 тематик түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған. Балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, парктар һәм йәмәғәт биләмәләрен булдырыу, урамдарҙы, ауыл клубтарын төҙөкләндереү буйынса ла байтаҡ саралар күрелгән. Ғөмүмән, республикала “Айыҡ ауыл“ конкурсы тәүге тапҡыр 2011 йылда уҙғарылған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2019 йылдан ул ҡабаттан тергеҙелә һәм даими үткәрелә башлай. Проект халыҡтың әүҙемлеге менән уңышлы тормошҡа ашырыла. Конференция тураһында тулыраҡ гәзиттә уҡырһығыҙ. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.