Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"60 йәшлек ирҙе ҡоллоҡтан ҡотҡарҙыҡ"

Дәртле, маҡсатына ынтылыусан йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Улар – йәшәйешебеҙҙең киләсәге. Уларға бөйөк киләсәк юрап та ҡуяһың. Шундайҙарҙың береһе – Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөгән егет менән һеҙҙе лә таныштырғыбыҙ килә. Баймаҡ районының Басай ауылы егете Байрас Байбуловҡа 21 генә йәш. Ул НТВ телевидение каналында оператор булып эшләй. “За гранью”, “ДНК”, “Звезды сошлись”, “Секрет на миллион” кеүек тапшырыуҙар күптәргә таныштыр. Яҡташыбыҙҙың тап ошо тапшырыуҙарҙың экранға сығыуында өлөшө ҙур. Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының беренән сығып, нисек итеп күптәрҙең хыялы булған федераль каналға урынлашып уңышлы эшләп йөрөүе хаҡында беҙҙең әңгәмәлә уҡығыҙ. – Үҙең менән таныштырып үт әле: ҡасан, ҡайҙа тыуҙың? – 2001 йылдың 18 июнендә Баймаҡ районының Басай ауылында, ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, хәҙер хужабикә. Ә атайым оҙаҡ йылдар Беренсе Төрөкмән ауылындағы участка дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” водителе булды, әлеге ваҡытта

Дәртле, маҡсатына ынтылыусан йәштәрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Улар – йәшәйешебеҙҙең киләсәге. Уларға бөйөк киләсәк юрап та ҡуяһың. Шундайҙарҙың береһе – Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөгән егет менән һеҙҙе лә таныштырғыбыҙ килә. Баймаҡ районының Басай ауылы егете Байрас Байбуловҡа 21 генә йәш. Ул НТВ телевидение каналында оператор булып эшләй. “За гранью”, “ДНК”, “Звезды сошлись”, “Секрет на миллион” кеүек тапшырыуҙар күптәргә таныштыр. Яҡташыбыҙҙың тап ошо тапшырыуҙарҙың экранға сығыуында өлөшө ҙур. Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының беренән сығып, нисек итеп күптәрҙең хыялы булған федераль каналға урынлашып уңышлы эшләп йөрөүе хаҡында беҙҙең әңгәмәлә уҡығыҙ. – Үҙең менән таныштырып үт әле: ҡасан, ҡайҙа тыуҙың? – 2001 йылдың 18 июнендә Баймаҡ районының Басай ауылында, ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләне, хәҙер хужабикә. Ә атайым оҙаҡ йылдар Беренсе Төрөкмән ауылындағы участка дауаханаһында “Ашығыс ярҙам” водителе булды, әлеге ваҡытта шунда уҡ ҡаҙанлыҡ операторы булып эшләй. – Мәктәптән һуң ҡайҙа белем алдың? Бер әңгәмәлә Сибай телевидениеһында эшләнем тигәнһең, кем булып? - Алтынсы класҡа тиклем Басай дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыным. Артабан Сибай гимназия-интернатында белем алыуымды дауам иттем. ХI класты Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында тамамланым. Мәктәптән һуң мин бер ҡайҙа ла уҡырға барманым, теләгем булманы. Йәй көнө Сибай телевидениеһында эшләп алдым. Аҙаҡ әрмегә алдылар. – Һинең мәктәптән һуң уҡыуыңды дауам итмәүеңде ата-әсәйең нисек ҡабул итте? Ғәҙәттә, беҙҙә балаһын юғары уҡыу йортона индерергә тырышалар. – Низағ булды инде. Мин өйҙән сығып китеү хәленә барып еттем. Өйҙә көндән-көн ҡыҙыуыраҡ була барҙы. “Байрас, ҡалған класташтарың уҡырға инә, ә һин йөрөйһөң”, – тип миңә ҡаты итеп әйтә башланылар. Миңә ҡыйын булды. Шул ваҡытта үҙемә бер ҡасан да юғалып ҡалмайым, тормошомда нимә генә булһа ла, артҡа сигенмәйәсәкмен. тип һүҙ бирҙем. Шунан һуң мин ҡалаға киттем дә барҙым. Телевидениела эш тәҡдим иттеләр. Йәшәргә фатирҙы ла юлда китеп барғанда ғына эҙләнем. Бөгөн ғаиләмдә минең өсөн шатланаларҙыр. Улар өсөн республика Башлығынан рәхмәт хаты алыуым ҡыуаныстыр. Юғары белем алыу иң мөһиме түгел икәнен аңлағандарҙыр тип уйлайым. Беренсе урында кешенең теләге, ынтылышы булырға тейеш. – Әрмелә лә оператор булдыңмы? – Хеҙмәт иткән ваҡытта ҡыҙғанысҡа күрә, бик теләһәм дә, операторлыҡҡа эләгә алманым, сөнки бер генә вазифа, ә теләүселәр бик күп ине. Яңы йылдан һуң икенсе ергә ебәрҙеләр. – Тормошҡа ҡарашың үҙгәрҙеме? Элек ниндәй Байрас ине, әле нисек? – Элек нимәнәндер ҡурҡһам, киләсәктән тип әйтәйекме икән, бөгөн ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡыйынлыҡтар булмаһын, бер нимәнән дә ҡурҡмайым. Иң ауыр хәлдәр артта ҡалды. Минеңсә, элекке Байрас шунда ятып ҡалды. Бөгөн “ҡурҡыу белмәҫ” тиҙәр бит әле, миндә шундай сифат барлыҡҡа килде. – Съемка ваҡытында ниндәй ҡыҙыҡ хәлдәргә осрағанығыҙ булды? – Яңыраҡ ҡына Төньяҡ Кавказда бер 60 йәшлек ир кешене ҡоллоҡтан ҡотҡара алдым. Ҡыҙыҡ түгел инде, ауыр хәл. Шул хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. Беҙҙең программаға Рәсәй кешеһе 12 йыл ҡоллоҡта йәшәй тигән хәбәр килгәс, мине бер үҙемде командировкаға ебәрҙеләр. Билдәләнгән урында урындағы журналист ҡаршы алды. Уның менән ҡасыу планын әҙерләнек. Хужалар доға ҡылған саҡта, хәүефле булыуға ҡарамаҫтан, ирҙе алып киттек. Паспорты һәм башҡа документтары булмаған яңы дуҫыбыҙ менән алты блокпосты мөғжизәле рәүештә үтә алдыҡ. Һөҙөмтәлә беҙ барыбыҙ ҙа иҫән-һау, ә иң мөһиме – ирҙе ҡоллоҡтан азат иттек һәм алып ҡайттыҡ. Мәскәүгә килгәс, ул беҙҙең студияла ҡыҙы менән осрашты. Бындай мәлдәр, һис шикһеҙ, артабанғы эшкә илһамландыра. – Ҙур ерҙә эшкә өйрәнеп китеүе ауыр булдымы? Үҙ урыныңды таптым тип иҫәпләйһеңме? – Ауыр тип әйтеп булмай, федераль канал минең өсөн абруйлы һәм ҡыҙыҡлы ине. Шуға күрә ауырлыҡтар артыҡ һиҙелмәне. Үҙ урынымды таптым тип уйламайым әле, сөнки мин бер урында оҙаҡ эшләй алмайым. Таш бер урында оҙаҡ ятһа, ул мүкләнә башлай. Кешенең үҫешеүе мөһим. – Төрлө кешеләр менән эшләргә тура килә. Улар менән уртаҡ тел табыуы ауырмы? – Ысынлап та, төрлө кешеләр менән эшләргә тура килә. Насары ла, яҡшылары ла осрай. Тәбиғәттән бирелгән ниндәйҙер һәләттер инде – һәр бер кеше менән уртаҡ тел таба беләм. Миңә был ҡыйын түгел. Кәрәк ваҡытта хәбәрселәргә ярҙам итергә тырышам. Минең эшем кадрға төшөрөү, ә һөйләшеү, төшөрөүҙе ойоштороу – хәәрсе йә продюсерҙың эше. Шулай булһа ла, әгәр килеп сыҡмаһа, ҡыҫылып, ярҙам итергә тырышам. Командала берҙәм эшләйбеҙ. – Киләсәген Мәскәү менән бәйләргә хыялланған йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инең? – Мәскәүгә күсергә теләгән йәштәргә, беренсенән, ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Беҙҙә ошо ҡурҡыу бар. Мәскәү – ҙур ҡала, унда юғалып ҡалаһың, тигән кеүек. Ауылда атай-әсәйҙәр ҡырға сығып йөрөмәгән кешеләр бит инде. Улар беҙгә үҙҙәре күрмәгән нимәне ҙур, ҡурҡыныс, насар итеп аңлата. Әлбиттә, бөгөн Мәскәүҙә уҡыған йәштәргә ҡараһаң, улар – шул стереотипты боҙған кешеләр. Беҙгә иң беренсе шул барьерҙы үтергә кәрәк. Кешенең мөмкинлектәре шул тиклем ҙур, ул бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай, ниндәй генә хәл булһа ла, сығыу юлын табасаҡ. Икенсенән, кешенең теләге ҙур булырға тейеш. Ни өсөн тигәндә, һәр бер ерҙә ниндәйҙер ауырлыҡ сығып тора, яңы һынауҙар көтә. – Мәскәүҙә ниндәй кешеләр уңышҡа өлгәшә? Ниндәй һөнәр популяр, аҡсалы?.. – Ныҡышмал булырға кәрәк. Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, һине юлың ҡыйылғанда бирешһәң, бер нимәгә лә өлгәшә алмайһың. Әгәр тырыш, ныҡышмал икәнһең, шунда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин. Аҡсалы, популяр һөнәрҙәр күп. Шул уҡ IT өлкәлә. Уҡытыусылар бик һәйбәт аҡса ала. Әгәр беҙҙең яҡта 36 сәғәт уҡытҡанға 40 мең һум түләһәләр, бында 150 мең һум алалар. Күбеһе бында, минеңсә, артист булырға хыялланып килә. – Үҙеңдең тормош иптәшеңде нисек күҙ алдыңа килтерәһең? Мотлаҡ үҙебеҙҙең милләт ҡыҙы булырға тейешме? – Бәләкәй саҡтан икенсе халыҡтар менән аралашып үҫкән кешемен. Шуға күрә улай сикләмәйем. Иң мөһиме – һәйбәт кеше булһын. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшы булһа, ниндәй милләт икәненә ҡарап тормайым, сөнки бөтә халыҡтың да төрлө кешеләре осрай. – Уңыштарға өлгәшкән билдәле кешеләрҙең ауыҙынан йыш ҡына “мотивация” тигән һүҙҙе ишетергә тура килә. Һине ниндәй көс йәшәтә? Ҡайҙан илһам алаһың? – Беренсенән, тыуған яҡ. Ҙур ҡала көстө күп ала. Бында кеше, мәшәҡәттәр күп, алыҫ аралар, көслө хәрәкәт... Ваҡытым булһа, тыуған яҡҡа ҡайтып, тәбиғәткә сығып, үҙемә көс алып килеп яңынан дәртләнеп эшкә тотонам. Икенсенән, үҙемә ышаныу. Ҡасандыр кешегә ышаныу бик ауыр икәнде аңлап ҡалдым. Үҙ-үҙеңә генә ышанырға ҡала. Шуға көс, илһам үҙемдең күңелемдә. Икенсе кешеләргә лә дәртемде йоҡторорға тырышам. Кешегә мотивация бирмәһәң, ул эшләмәй, ҡыбырламай.