Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөгә “Хәтер поезы” киләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, маршрут ике илдең дә ҡалалары буйлап үтә. Ғәҙәти булмаған поездың пассажирҙары – төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа еңгән 200 мәктәп уҡыусыһы. “Проект ике илдең йәштәрен берләштереүгә, беҙҙең ата-бабаларҙың героик батырлығына ихтирамлы ҡараш һәм аңлау тәрбиәләүгә, күрше илдең мәҙәниәте менән танышыуға йүнәлтелгән”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы Өфөлә 26 июндән 28 июнгә саҡлы уҙғарыла. Был сара 2014 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Беларусь Республикаһының Милли Йыйылышы етәкселегендә ойошторола. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.