Рәсәйҙә, шул иҫәптән, Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына аҡса күп бүленә. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин билдәләүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министрлығында, "Агростартап" программаһы буйынса грантҡа дәғүә итеүселәрҙе һайлап алыу йәһәтенән, конкурс комиссияһы эш башлаясаҡ (2023 йыл). Беренсе этапта абруйлы комиссия эштәрҙең программа талаптарына тура килеү-килмәүен тикшерәсәк. Аҙаҡтан инде, бәхетлеләр проекттарын яҡласаҡ. – Конкурс комиссияһының эше ведомствоның "Бәйләнештә" селтәрендәге рәсми сәхифәһендә тура эфирҙа күрһәтеләсәк, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Былтыр "Агростартап" программаһын тормошҡа ашырыуға бүленгән дөйөм сумма 95 миллион һум тәшкил итте. Конкурс ҙур булмаҡсы, һайлап алыу эше, ғәҙәттәгесә, ғәҙел барасаҡ. Әйткәндәй, "Агростартап" гранты "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") сиктәрендә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау" төбәк проекты буйынса бүленә. Документтар республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығында 3–17 апрелдә ҡабул ителде. Бөгөн иһә конкурс комиссияһының тәүге эше була. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.