Алдан хәбәр итеүебеҙсә, февраль айынан алып Стәрлетамаҡта Башҡортостанда ғына түгел, илдә(!) иң тәүге булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәге асылды. Уны булдырыу хаҡында уҙған йыл аҙағында ҡаланың предприятие директорҙары советында ҡарар ҡабул ителгәйне. Ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Башҡортостан сода компанияһы генераль директоры Эдуард Давыдов башланғысы менән булдырылған үҙәккә бөгөн аҙнаһына уртаса 80-дән ашыу мөрәжәғәт килә. Үҙәк рәйесе Евгения Долгих белдереүенсә, кемдер ярҙам һорап килһә, бәғзеләр, киреһенсә, үҙе булышлыҡ итергә теләй. – Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә юридик, психологик һәм хатта физик ярҙам күрһәтелә. Кемдер, әйтәйек, күсемһеҙ милек рәсмиләштереү буйынса ҡыйынлыҡ кисергән, икенсеһе төрлө ведомстволарға мөрәжәғәттә булышлыҡ итеүҙе үтенә, ә кемдер килеп, күңелен бушатып ҡайтып китергә лә мохтаж – бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Аҙнаһына уртаса 30-ҙан ашыу ошондай характерҙағы ярҙам күрһәтелә, шул ҡәҙәр й