Ҡатын-ҡыҙҙар араһында троллейбус водителе булып эшләгән гүзәл заттар йыш осрай. Уларҙың береһе – “Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһында эшләгән Айгөл Хисмәтуллина. Ул ерҙе файҙаланыу буйынса белгескә уҡыһа ла, күңеленә икенсе эш ята. Осраҡлы ғына эләгә был өлкәгә, әммә ошо һөнәргә бар йөрәктән ғашиҡ булып өлгөрә. – Ике йыл кондуктор булып эшләнем, аҙаҡтан троллейбус йөрөтөү нескәлектәренә өйрәттеләр. Уҡыу ваҡытында троллейбусты йөрөтөү ныҡ оҡшап ҡалды, – ти Айгөл Хисмәтуллина. Нимәһе ҡыҙыҡ: троллейбус руленә ултырғансы, ул бер ниндәй ҙә транспорт сараһына идара итмәгән. – Троллейбусты ғына йөрөтә алам, еңел машинаға танытмам да юҡ хатта. Мин тәүге тапҡыр рейсҡа тәжрибәле остаз менән сыҡтым. Тәүҙә, әлбиттә, әҙерәк ҡурҡа инем, әммә инструктор: “Һинән яҡшы водитель сығасаҡ!” – тине. Шунан башлап, үҙ-үҙемә ышаныс тыуҙы, әкренләп бөтә нәмәгә өйрәндем. Хәҙер мин ҡалала 6, 13, 14, 17-се троллейбустарҙы йөрөтәм, был эштә минең стаж – биш йыл. “Тимер ат”ымдың