Рәсми мәғлүмәттәргә таянғанда, Стәрлетамаҡта туҡһандан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Ошо тиклем ялан сәскәләре һымаҡ төрлө-төрлө милләттәр берҙәм булып, низағтарға, ситтән килгән төрлө ҡотҡо-ҡотортоуҙарға бирешмәй, бирелмәй йәшәп килә. Уйлай китһәк, милли институттар үҫешендә был үҙе үк ҙур ҡаҙаныш! Шуныһы һөйөнөслө: ошо дуҫлыҡ төрлө саралар аша ла (бәлки, ептәрҙе нығытыуҙа төп нигеҙҙер ҙә әле) үрелә бара. Билдәле, беҙ бер-беребеҙҙе төрлө мәҙәни саралар, милли ризыҡ, кейем аша танырға өйрәнәбеҙ. Ә бына ҡалабыҙҙа башҡорт ҡоролтайы был дуҫлыҡты фәнни юл аша ла нығытып ебәрҙе. Күптән түгел “Беҙ бергә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡы байрамдары һәм йолалары” китабының исем туйы уҙҙы. Әммә китап шәжәрә юллау, байрам күренеше тураһында (ғына) бәйән итмәй, ә башҡорт, урыҫ, сыуаш, белорус һәм башҡа милләттәрҙең йәшәү рәүеше, тарихы, милли үҙенсәлектәре, ҡиммәттәре, асылы хаҡында ла һөйләй. Уларҙы һәр милләт вәкиле үҙе иғтибарға тәҡдим итә. Әйткәндәй, был китап Мәҙәни башланғыстарҙы яҡлау президент фон