Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проектын (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») тормошҡа ашырыу сиктәрендә 26 апрелдә Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа һәм 27 апрелдә Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн бушлай оҫталыҡ дәресенә саҡыралар. «Ҡиммәт хаҡҡа йүнәлтелгән һатыуҙар» тип аталған лекцияны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамы менән «Минең бизнес-үҙәгем» ойоштора. – Төбәктә эшҡыуарҙар әҙерләүгә айырым иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, һәр кем өсөн эшҡыуарлыҡ буйынса бушлай уҡытыу курстары үткәрелә, унда сығыш яһаусылар — билдәле бизнес-тренерҙар, уңышлы эшҡыуарҙар һәм ведомство вәкилдәре. «Ҡиммәт хаҡҡа йүнәлтелгән һатыуҙар» оҫталыҡ дәрестәре эшҡыуарҙарға баҙар етәкселеге стратегияһын әҙерләргә һәм тауарҙың йәки хеҙмәттең конкурентлыҡ һәләтен арттырырға мөмкинлек бирәсәк, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм