Башҡортостанда генерал Шайморатов миҙалы булдырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Яңы награда менән йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлыҡтары һәм батырлыҡтары өсөн республика кешеләре бүләкләнәсәк. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яңы награда республиканың награда системаһын камиллаштырыу маҡсатында булдырылған. “Генерал Шайморатов ордены шул уҡ исемдәге миҙалға ҡарата юғары дәүләт наградаһы буласаҡ. Орден менән ғүмер өсөн хәүеф тыуҙырған шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә шәхси ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән граждандар бүләкләнә”, – тип белдерҙе Урал Килсенбаев. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, генерал Шайморатов ордены 2019 йылда булдырылды. Фото:"Башинформ".